Герб
Администрация сельского поселения
Халиловский сельсовет
муниципального района Абзелиловский район Республики Башкортостан
Контакты
Телефоны
Глава сельского поселения+7 (347-72) 2-56-30 Управляющий делами+7 (347-72) 2-56-13 +7 (347-72) 2-57-90
Факс
+7 (347-72) 2-56-30
Прочие контакты
Фактический адрес
Республика Башкортостан, Абзелиловский район, село Халилово, ул. Советская, 2 «А»
Юридический адрес
Республика Башкортостан, Абзелиловский район, село Халилово, ул. Советская, 2 «А»

Хөрмәтле Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һәм тыл хеҙмәтсәндәре! Хөрмәтле ауылдаштар!

Һеҙҙе илебеҙ тарихындағы мөһим ваҡиға – Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 76 йыллығы менән ихлас ҡотлайым!

Миллиондарса ҡорбандар биреп яуланған Еңеү көнө барыбыҙ өсөн дә яҡын һәм ҡәҙерле. Ул мәңгегә фиҙаҡәрлек, ҡаһарманлыҡ һәм Тыуған илгә һөйөү символы булып ҡала. Совет халҡының ғүмерҙәрен аямай еңеп сығыуы һәр ваҡыт беҙгә, киләһе быуынға үрнәк һәм миҫал булып тора. Беҙ ветерандарыбыҙ яулаған тыныс тормоштоң ҡәҙерен белеп, ауырлыҡтарға бирешмәй эшләргә һәм йәшәргә бурыслыбыҙ.

 Ҡәҙерле ветерандарыбыҙ! Һеҙ беҙгә тыныс тормош, аяҙ күк йөҙө бүләк иттегеҙ. Һеҙгә йөрәк түренән сыҡҡан ҙур рәхмәт һүҙҙәрен еткерәбеҙ һәм оло хөрмәт менән баш эйәбеҙ.

Байрам айҡанлы барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер, ғаилә бәхете, күңел тыныслығы, именлек теләйем!

Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙәренә, тыл хеҙмәтсәндәренә, ветерандарыбыҙға мәңгелек дан һәм хөрмәт!

Байрам менән, Бөйөк Еңеү көнө менән!

 

Хәлил ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы А.Б.Хайбуллин

 

Болондарҙы күмеп майҙың
Нәфис гөлөнә,
Еңеү көнө балҡып килде
Тыуған илемә!
Тик еңеү үҙенән-үҙе
Килмәне ергә;
Уны яҡлап ҡаһармандар
Көрәште бергә!
«Мәңгелек дан!» — тигән кеүек
Батыр халҡыма,
Май ҡояшындай нурланып,
Байраҡ талпына!

(А.Игебаев)