Халиловский сельсовет муниципального района
Абзелиловский район Республики Башкортостан

Субботник

/ Просмотров: 536
Субботник

Ҡыҙыл буйы, Ҡыҙыл буйы,

Ҡарағат һәм ҡара муйыл,

Һиндә генә бөтә хисем,

Һиндә генә бөтә уйым.

Ҡыҙыл буйы,Ҡыҙыл буйы,

Булмаҫ инде ҡарап туйып:

Энәлектәр ултыралар

Емештәрен ергә ҡойоп.

Ҡыҙыл буйы,Ҡыҙыл буйы,

Ҡыҙыл балан, талдар ҡуйы,

Бына тағы ҡайтып киләм,

Эштәремде ситкә ҡуйып.

Бала саҡтанҠыҙыл буйы

Йөрәгемә ингән уйып,

Мин йырлармын Ҡыҙыл буйын

Ғүмер буйы,ғүмер буйы…

                              (Рәмил Ҡолдәүләт)

 

 

“Тере һыу” район эстафетаһына ҡушылып, 18 май Хәлил ауыл Советы биләмәһендә Оло Ҡыҙыл йылғаһы буйҙарын таҙартыу буйынса экологик өмәләр булып үтте. Был акцияла Ҡыҙыл буйында урынлашҡан Мәхмүт, Әбделмәмбәт, Ишбулды ауылдары халҡы, Әбделмәмбәт һәм Ишбулды урта мәктәптәре уҡыусылары – бөтәһе 125 кеше ҡатнашты.

Ошо уҡ көндә Хәлил ауылында йәшәүселәр ҙә Дарыулы йылғаһы үҙәнен сүп-сарҙан таҙартты.

Өмәләрҙә ҡатнашҡандарҙың барыһына ла, шулай уҡ үҙ техникаһы менән йыйылған ҡыйҙы ташып түгеүсе ир-егеттәргә ҙур рәхмәт белдерәбеҙ! Бөтә эштәрендә уңыштар, ныҡлы сәләмәтлек һәм алдағы көндәрҙә лә шулай рухлы һәм әүҙем булып ҡалыуҙарын теләйбеҙ!