Халиловский сельсовет муниципального района
Абзелиловский район Республики Башкортостан

Сәскәләр – тормош йәме

/ Просмотров: 1610
Сәскәләр – тормош йәме

Мин һөйәм ал сәскәләрҙе,
Ал булған өсөн түгел.
Мин һөйәм шул сәскәләргә
Тиң булған өсөн ғүмер!

Бер байрам да, бер генә тантана ла сәскәләрһеҙ үтмәй. Уларҙы барыһы ла ярата. Сәскәләр – урамдарҙы, баҡсаларҙы, парктарҙы, йорттарҙы йәмләй, ә бүлмә гөлдәре ҡалай матур һуң! Донъяла сәскәләрҙән дә матурыраҡ, наҙлыраҡ әйбер юҡ. Сәскә бүләк итеү – мөхәббәт, ихтирам, хөрмәт билдәһе. Улар кешеләр араһындағы мөнәсәбәттәрҙе йылыта.

Сәскә яратҡандарҙың күңелендә яуызлыҡ булмай, ти венгр халыҡ мәҡәле. Юҡҡамы ни, сәскәләр нәфислек, шатлыҡ, бәхет һәм мөхәббәт символы, рухландырыу һәм илһамландырыу сығанағы, тиҙәр. Яҙыусы Ғәлим Дәүләди: «Сәскәләрҙе кеше һатамы ни, сәскәләрҙе бүләк итәләр», – тип яҙҙы. Ысынлап та, сәскә бәйләмен бүләк итһәләр, күңелдәребеҙ күтәрелеп, күҙҙәребеҙ шатлыҡтан янып китә түгелме?

Беҙҙең Хәлил ауылында ла сәскә яратыусы һәм йорт тирәһендә сәскә үҫтереүсе хужабикәләр бик күп. Ошо матурлыҡ яратыусы, уңған ҡатын-ҡыҙҙар ҡатнашлығында йәйҙең һуңғы көнөндә ауылда Сәскәләр байрамы үтте. Йылдағыса, был байрам ауылдың ҡатын-ҡыҙҙар советы, китапхана, мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре һәм Хәлил ауыл биләмәһе хакимиәте тарафынан ойошторолдо.

Күҙҙең яуын алырлыҡ сәскәләрҙән гөлләмәләр, композициялар өҫтәлдәрҙе биҙәне, көҙгө муллыҡ – баҡса емештәре лә байрамға йәм өҫтәне. Гөлләмә алып килгән һәр кем үҙенең яратҡан сәскәләре тураһында һөйләне, хеҙмәт ветераны Наилә Шәйхислам ҡыҙы Күсәрбаева матур йыр бүләк итте.

Байрамда ярыш-уйындар ҙа ойошторолдо. Ололар сәскәләргә бәйләп һөйгәненә хат яҙыуҙа, сәскә исемдәре ҡушылған йырҙар башҡарыуҙа ярышты. Балалар ҙа үҙҙәре өсөн ойошторолған  уйындарҙа ихлас ҡатнаштылар. Байрамда ҡатнашҡан һәр кем бүләк алып ҡыуанды.

Байрам күмәкләп сәй эсеү менән тамамланды.

Хөрмәтле ауылдаштар!

Артабан да күңелдәрегеҙ матурлыҡҡа ынтылһын, һау-сәләмәт булып, тормошто сәскәләр менән йәмләп йәшәүегеҙҙе теләйбеҙ!