Халиловский сельсовет муниципального района
Абзелиловский район Республики Башкортостан

Хөрмәтле ауыл биләмәһе халҡы!

/ Просмотров: 764
Хөрмәтле ауыл биләмәһе халҡы!

Беҙгә өмөттәр бүләк итеп, хыялдарыбыҙҙы тормошҡа ашырған 2016 йыл да тиҙҙән тарих биттәрендә ҡалып, күңел йылыһы, тылсым бүләк иткән Яңы – 2017 йыл киләсәк.

Һәр ваҡыттағыса, байрам алдынан үткән йылға йомғаҡ яһала һәм алдағы көндәргә яңы, тағы ла ҙурыраҡ маҡсаттар ҡуйыла. Шуны билдәләп үтергә кәрәк, Республикабыҙ Башлығы һәм Хөкүмәте, район хакимиәте етәкселеге ярҙамы менән 2016 йылда ауыл биләмәһе үҫеше өсөн күп эштәр башҡарылды. Ауылдарҙа юлдар төҙөкләндерелде, Мәхмүттә клуб бинаһы, Хәлилдә мәктәп, мәҙәниәт йорто, фельдшер-акушер пункты ремонтланды, мәктәп тирәләй ҡойма эшләнде, Мәхмүт ауылында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларға обелиск төҙөлдө, Хәлилдә тегеү цехы асылды һәм халыҡ өсөн эш урындары булдырылды.

Киләһе йыл да ауыл биләмәһе халҡы өсөн тарихи әһәмиәткә эйә буласаҡ. Бай тарихлы, республикала ғына түгел, илебеҙҙә исемдәр билдәле булған шәхестәр үҫтергән  Хәлил ауылында “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамы үтәсәк. Советтар Союзы Геройы Ғәбдрәүф Дәүләтовҡа һәм Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларға обелиск яңынан төҙөләсәк, урамдарҙы яҡтыртыу, юлдарҙы төҙөкләндереү эштәре дауам итәсәк. Ошондай оло эштәрҙе юғары кимәлдә уҙғарыу һәр кемгә бәйле булыуы хаҡында онотмайыҡ, ҡәрҙәштәр! Йәшәгән еребеҙҙең, илебеҙҙең һәм Яңы йылдың яҙмышы – беҙҙең ҡулда!

Ысын йөрәктән һеҙҙе яҡынлашып килгән Яңы йыл менән ҡотлайым! Бар изге хыялдарығыҙ тормошҡа ашһын, һәр көнөгөҙ шатлыҡ-ҡыуаныс менән үтһен.
Хөрмәтле яҡташтар! Барығыҙға ла ҡоростай ныҡлы һаулыҡ, бар изге башланғыстарығыҙҙа ҙур-ҙур уңыштар теләйем!

Яңы йыл, яңы бәхеттәр менән!

 

Изге теләктәр менән: ауыл биләмәһе башлығы А.Б.Хәйбуллин