Халиловский сельсовет муниципального района
Абзелиловский район Республики Башкортостан

Хөрмәтле ҡатын-ҡыҙҙар! Һеҙҙе ихлас күңелдән Яҙ байрамы, ҡатын-ҡыҙҙар көнө менән ҡотлайбыҙ! Күңел йылыһы, бөтмәҫ энергия, ихтыяр көсө, ғаилә бәхете, балаларығыҙҙың шатлыҡтарын күреп һаулыҡта, байлыҡта йәшәүегеҙҙе теләйбеҙ!

/ Просмотров: 688

Һигеҙ һаны -
Ҡатын-ҡыҙҙар һыны:
Өҙөлөрҙәй нескә билдәре.
Һигеҙ - игеҙ йөрәк,
Тигеҙ тормош,
Мөхәббәт һәм сафлыҡ билдәһе.
Һигеҙ һаны ике тамсы һымаҡ,
Ике тамсы - ғүмер нигеҙе!
Ғашиҡтарҙың никах балдағы ла
Хәтерләтеп ҡуя һигеҙҙе.
Әммә тормош гел байрамдан тормай,
Йылдың көндәре күп
Һигеҙһеҙ.
Тик, һөйөклө ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ,
Нишләр инек икән беҙ
Һеҙһеҙ!?

Хәлил ауыл биләмәһе хакимиәте хеҙмәткәрҙәре