Халиловский сельсовет муниципального района
Абзелиловский район Республики Башкортостан

6 апрель бөтә Республикала экологик өмәләр үтте. Беҙҙең Хәлил ауыл биләмәһе лә был өмәгә дәррәү ҡушылды.

/ Просмотров: 58
6 апрель бөтә Республикала экологик өмәләр үтте. Беҙҙең Хәлил ауыл биләмәһе лә был өмәгә дәррәү ҡушылды.

 

 

Хәлил ауылында ауыл биләмәһе хакимиәте, мәҙәниәт йорто, китапхана, ФАП хеҙмәткәрҙәре, ауыл халҡының һәм ветерандар ойошмаһының иң әүҙем ағзалары ҡарҙан әрселгән урындарҙы сүп-сарҙан таҙырттылар. Күңелле милли моңдар ауыл өҫтөндә яңғырап, өмәлә ҡатнашыусыларҙы дәртләндереп торҙо. Эш аҙағынан өмәлә ҡатнашыусылар өсөн сәй табыны ойошторолдо.

Ошондай уҡ өмәләр Ишбулды, Әбделмәмбәт, Мәхмүт ауылдарында ла үтте. Был ауылдарҙа йәшәүселәрҙең дә иң әүҙемдәре тирә-яҡты таҙартыуға ихлас күңелдән үҙ өлөштәрен индерҙеләр.

Бөтә ҡатнашыусыларға ла ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ, киләсәктә лә шулай ихлас булыуҙарын, аяҡ-ҡулдары һыҙлауһыҙ булыуын теләйбеҙ!

Бындай өмәләр артабан да аҙна һайын үткәреләсәк. Йәшәгән еренең таҙалығына битараф булмағандарҙы санитар-таҙартыу өмәләрендә әүҙем ҡатнашырға саҡырабыҙ!

Таҙалыҡ үҙебеҙҙән башлана!