Халиловский сельсовет муниципального района
Абзелиловский район Республики Башкортостан

2 май Башҡортостан Республикаһында Иҫкә алыу һәм хөрмәтләү көнө тип билдәләнәсәк

/ Просмотров: 18
2 май Башҡортостан Республикаһында Иҫкә алыу һәм хөрмәтләү көнө тип билдәләнәсәк

 

2 май Башҡортостан Республикаһында Иҫкә алыу һәм хөрмәтләү көнө тип билдәләнәсәк. Был туралағы указға Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡул ҡуйҙы.

Республика халҡына был көндө мәрхүмдәрҙе, Бөйөк Ватан һуғышы, хәрби бәрелештәр, тыл ветерандарын иҫкә алырға, оло быуын вәкилдәренең ҡәберҙәрен, обелиск, һәйкәл һәм төрлө мемориалдарҙы тәртипкә килтереү, әрүахтар рухына доға ҡылырға өсөн мөмкинлек буласаҡ.

Хөрмәтле ауылдаштар! Ошо көндә һәр ауылда зыяраттарҙы, ҡәберлектәрҙе тәртипкә килтереү, сүп-сарҙан таҙартыу буйынса өмәләр үткәреләсәк. Бөтәгеҙҙең дә ҡатнашыуын һорайбыҙ!

 

Хәлил ауыл биләмәһе хакимиәте